15:53 (UTC+5), 17 Ноября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәленең 50 йыллығы айҡанлы тантаналы сара уҙҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә 50 йыл тулыу уңайынан «Мәңге беҙҙең йөрәктә — Башҡорт улы Салауат!» исемле сара уҙҙы. Сара ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө «Урал» һәм Салауат маршы менән асылды.
Йыйылыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән аппарат етәксеһе Зөфәр Тимербулатов сәләмләне. Сарала яҙыусылар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары — шағир Хәсән Назар, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, филология фәндәре докторы, профессор Мирас Иҙелбаев, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина ҡатнашты. Студенттар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләне.
Салауат Юлаев һәйкәле — баш ҡалабыҙҙың визит карточкаһы, Европала иң ҙур ат статуяһы. Батырыбыҙ атта ултырған килеш һынландырылған. Ошо ҡаянан Ағиҙел йылғаһына һәм тирә-йүнгә күркәм күренеш асыла.
Һәйкәл суйындан ҡойолған, гранит плитәләр менән йөҙләнгән. Уның ауырлығы — 40 тонна, бейеклеге — 14 метр. Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Башҡортостандың милли батыры һәйкәлен 25 йылға яҡын — Салауат Юлаев каторгала күпме булған, шунса ваҡыт эшләгән. Скульптура Ленинградта ҡойолған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән. Монумент Башҡортостандың ете мөғжизәһе иҫәбенә индерелгән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика