04:00 (UTC+5), 16 Ноября 2017

Өфөлә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советын Александр Лебедев етәкләне

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советының беренсе ултырышы үтте. Совет Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағында ойошторолдо. Йәмәғәт советы ултырышын ведомство етәксеһе Илһам Фәтҡуллин асты. Ул консультация-кәңәшләшеү органын ойоштороу буйынса эш хаҡында хәбәр итте.
Ултырышта асыҡ тауыш биреү юлы менән Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Башҡортостан биләмәһендә Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советы рәйесе һайланды. Берҙәм тауыш менән Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының аттестациялы эксперты, тарихи фәндәр кандидаты Александр Лебедев һайланды.
Шулай уҡ ултырышта Йәмәғәт советы тураһындағы документ ҡаралды, билдәләнгән консультация-кәңәшләшеү органының төп бурыстары һәм функциялары тикшерелде, алдағы осорға Йәмәғәт советы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Көн тәртибе һорауҙарының береһе мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эштәрҙе башҡарыу маҡсатында ҡыҙыҡһынған граждандарҙан һәм ойошмаларҙан ирекле финанс ярҙам мөмкинлектәрен ҡарау булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика