04:00 (UTC+5), 15 Ноябрь 2017

Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандан данлыҡлы «оркестр» ҡыҙыҡай Мәскәүҙә «Зәңгәр ҡош» бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны. Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан туғыҙ йәшлек Ләйсән Золотарёва жюриҙе үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән арбап алды. Уның ҡатнашлығында тапшырыуҙы 19 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла «Россия-1» каналында күрһәтәләр, тип яңылыҡ уртаҡлашты менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан коллегаларыбыҙ.
Был көҙ Ләйсән Золотарёва «Таланттар ере» бөтә Рәсәй конкурсында еңде. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ал сәскә» телевизион конкурсы йәш башҡарыусыға ҙур билдәлелек килтерҙе, унда ул жюриҙең махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан ҡыҙ бала үҙен сәхнәлә бик профессиональ тота, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнай. Туғыҙ йәшендә ул бай йөкмәткеле ижади биографияға эйә. Алты йәшендә ул «Учалы йондоҙҙары» фестивалендә беренсе урын яуланы. Быйыл Дүртөйлө ҡалаһында уҙған «Яҙғы тамсы» республика йыр конкурсы финалында шулай уҡ беренсе урын алды. «Рәсәйҙең һәләтле балалары» бөтә Рәсәй конкурсында бейеү менән икенсе урынға лайыҡ булды. Ләйсән Золотарёва республика Башлығы стипендиаты, күп тапҡыр «Урал батыр» эпосы сәсәндәре конкурсы еңеүсеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика