04:00 (UTC+5), 14 Ноября 2017

Баш ҡалала «Юлдаш-хит» гала-концертында 2017 йылдың иң яҡшы йырҙарын атайҙар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Юлдаш-хит» гала-концертында 2017 йылдың иң яҡшы йырҙарын атайҙар. Йылға музыкаль йомғаҡ яһаусы ғәҙәттәге сараны «Юлдаш» радиоһы уҙғара.
Тамашасыларҙы сағыу программа, хәрәкәтсән һәм ябай алып барыусылар, «Юлдаш» радиоһында ай һайын уҙғарылған хит-парадтар еңеүселәренең матур сығыштары, ҡунаҡтарҙы музыкаль шоу, уйындар һәм бүләктәр көтә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә тамашасылар тауыш биргән 30 башҡорт эстрадаһы йондоҙо сығыш яһаясаҡ.
«Юлдаш-хит-2017» гала-концертында ҡатнашыусылар араһында — Фидан Ғафаров, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәҙис Ғәниев, Лилиә Букеева, Фәрүәз Урманшин, Баязит Байназаров, Венер Камалов, Хәсән Усманов, «Бүреләр», «Улар», «Бирешмә» төркөмдәре һәм башҡа артистар.
«10 минут һайын тамашасылар күмәкләп йырлаясаҡ. Ни өсөн? Килегеҙ һәм белегеҙ, тамаша барышында көтөлмәгән сюрприздар була», — тиҙәр ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика