06:47 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәшлек шоу» фестивале иң яҡшы поп-музыка башҡарыусыларҙы асыҡлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәшлек шоу» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты ойошторола. Сара 9 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 25-се тапҡыр уҙа.
Башҡортостандағы иң уңышлы музыкаль проекттарҙың береһе йәштәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 16-30 йәшлек башҡарыусылар саҡырыла.
Сара дүрт этапта уҙғарыла. Һайлап алыу туры ситтән тороп «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, «Музыка, һүнмә» төркөмөндә, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге төркөмөндә ойошторола. Конкурста ҡатнашыу өсөн башҡорт телендә йыр яҙҙырып, видеоны «Йәшлек шоу» тигән билдә менән gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Интернетта һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусылар Өфөгә һайлап алыу турына саҡырыла, унда конкурс финалсылары асыҡлана.
«Йәшлек шоу» йәштәр фестивале Башҡортостандың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, уларҙың ижади кимәлен күтәреү өсөн үткәрелә. Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәткә булышлыҡ итеү үҙәге. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 289-66-41.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика