15:10 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Баш ҡалала революцияның 100 йыллығына «Кинолениниана» күрһәтәләр

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 ноябрҙә «Родина» кинотеатрында Бөйөк Октябрь революцияһының 100 йыллығына арналған «Кинолениниана» сараһы үтә. Кинотеатр холында республика тормошонда һәм Ленин шәхесендә революция осорона арналған Башҡортостан республикаһы Милли музейы һәм Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа революция юлбашсыһы образын тыуҙырған Совет һәм Рәсәй киноһы актерҙары хаҡында стенд эшләйәсәк.
Ҡыҙыл залда Лениндың ролен күренекле совет актеры Михаил Кондратьев башҡарған «Вихри враждебные», «Они были первыми», «По путевке Ленина», «В едином строю» фильмдарынан өҙөктәр күрһәтеләсәк. Артабан Ленин ролендә Борис Щукин уйнаған Михаил Ромдың «Ленин в Октябре» (1937 йыл) фильмы тәҡдим ителәсәк. Инеү ирекле. Башлана киске 7-се яртыла.
Сараны Рәсәй Дәүләт кинофильмдар фонды булышлығында Башҡортостан Кинематографистар союзы ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика