02:50 (UTC+5), 09 Ноября 2017

«YouTube»та яңы ролик: сит ил кешеләре башҡорт телендә Аҡмулланың шиғырын уҡый

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле йылҡысы, блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев «YouTube»ҡа яңы видеоролик һалған, унда сит ил кешеләре башҡорт телендә шиғыр уҡый. Быныһында ул башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» хитабы.
«Башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырын сит ил вәкилдәре башҡара. Видео Албанияла, Македонияла, Сербияла, Боснияла һәм Герцеговинала төшөрөлгән», — тип һөйләй Денис Өмөтбаев.
Яңы ролик алданғыһы кеүек тәртиптә төҙөлгән. Ғәҙәттәгесә сил илдекеләр башта башҡорт һүҙҙәрен «тәтеп ҡарай», һуңынан шиғырҙы яттан һөйләй. Монтаждан һуң һәр «артист» берешәр юл уҡый.
Аҡмулланың күренекле хитабы (монолог-мөрәжәғәте) – уның уҡырға өндәп һәм йәмәғәттең үҫешен, алға китешен тик белем алыуҙа күргән туған халҡына ялҡынлы мөрәжәғәте. Марсель Ғәфүровтың «Башкиры, всем нам нужно просвещенье» тигән тәржемәһе киң таралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Денистың башҡорт әҙәбиәте классигы Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры менән һалған видеоролигын бик күп кеше ҡараны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика