06:35 (UTC+5), 09 Ноябрь 2017

Башҡортостанда «Ике аҡҡош» музыкаль бәйгеһе уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурсы ойошторола. Йолаға әйләнгән музыкаль проект Рәсәй Федерацияһы артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, аккордеонсы һәм композитор Бәхти Ғайсиндың ижадына бағышланған.
«Ике аҡҡош» фестивале «Инструменталь башҡарыу» һәм «Яңғыҙ йырлау» номинациялары буйынса уҙғарыла. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүгеләре өсөн конкурс 10 ноябрҙә Ауырғазы районында, Бәхти Ғайсиндың тыуған яғында, йырсылар бәйгеһе иһә 23 ноябрҙә Шишмә районында, Фәриҙә Ҡудашеваның тыуған төйәгендә була.
«Ике аҡҡош» еңеүселәре 2 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһай.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика