06:35 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандашлыҡтың 20 йыллығына арналған тантаналарҙа «Zaman» төркөмө сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Германияла Өфө һәм Галле ҡалалары араһындағы туғандаш мөнәсәбәттәрҙең 20 йыллыҡ юбилейы һәм «Башҡортостан дуҫтары» («Freunde Baschkortostans») ойошмаһының 20 йыллығы билдәләнә. Аҙна Мәскәүҙең «Zaman» башҡорт төркөмө концерты менән тамамлана.
Мәскәү музыканттары 25 ноябрҙә Галлела Саксония-Анхальт ере Мәҙәниәт министрлығының шәхси саҡырыуы буйынса сығыш яһай.
«Был беҙҙең Германияға тәүге сәфәребеҙ түгел, шуға немец тамашасыларын яҡшы беләбеҙ. Был юлы яңы тамаша әҙерләйбеҙ. Беҙгә хатта Яҡутстанда гастролдәрҙе күсерергә тура килде», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төркөм етәксеһе Радмир Мөфтәхин.
«Zaman» төркөмө программаһында башҡорт халыҡ йырҙарының заманса аранжировкалары, төркөмдөң автор композициялары, шулай уҡ бер нисә немец хиты яңғырай.
«Zaman» төркөмө үҙенең эшмәкәрлеген 2014 йылда башланы. Дүрт йылға яҡын осорҙа музыканттар Европаның һәм Азияның алты илендә булды, Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында сит илгә сыҡты, Ригала ЮНЕСКО сараларында Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика