08:24 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән аккордеонда уйнаусылар йыйыла

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 8-10 декабрҙә Өфөлә Урта махсус музыкаль колледжы һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында VI «Аккордеониссимо» халыҡ-ара клавишалы аккордеонда уйнаусыларҙың фестиваль-конкурсы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.
Быйыл проект «Донъя кубогы» бөтә донъя аккорденсылар конкурсына һайлап алыу системаһына индерелгән. «Аккордеониссимо-2017» еңеүселәре 2018 йылда Литвала «Донъя кубогы»нда Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғын ала.
Конкурс өлөшөндә 100-ҙән ашыу балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар, һөнәри һәм юғары белем белем биреү учреждениелары студенттары, шулай уҡ Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән башҡарыусылар (йәш сикләүе юҡ) ҡатнаша. Форум барышында Рәсәй һәм Көньяҡ Корея аккордеонсыларының концерттарын, жюри ағзаларының оҫталыҡ дәрестәрен, ғилми-ғәмәли конференция, түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған. Жюри составына танылған музыканттар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, төп музыкаль белем биреү ойошмалары уҡытыусылары саҡырылған.
8 декабрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт институтының Рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры оҙатыуында солистар һәм ансамблдәр сығыш яһай.
«Аккордеониссимо» проекты уникаль булып тора һәм Рәсәйҙә, сит илдәрҙә уға оҡшаш сара юҡ. 10 йыл эсендә фестиваль-конкурс йолаға әүерелде. 2011 йылда «Аккордеониссимо» республика Башлығы грантын алды. 2015 йылда «башҡарыу сәнғәтен үҫтергән һәм клавишалы аккордеонда уйнауҙы популярлаштырған, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының музыка сәнғәтен үҫтергән өсөн» фестиваль-конкурс Башҡортостан Музыка ойошмаһының грамотаһы менән билдәләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика