Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2017, 15:41

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Ғәҙелшин донъя ҡуйҙы

Ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәте
Ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 7 ноябрҙән 8-енә ҡарай төндә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, режиссер һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Ғәҙелшин вафат булды. Уға 98 йәш ине.
Кәшфи Фәйрүш улы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына үҙенең 12 йыл ғүмерен бирҙе. 1950 йылдарҙың аҙағында актер булып эшләй, 1960 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры режиссеры була. Ике республика: Башҡортостан һәм Татарстан телевидениеһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
«Тормошом ысынлап та ҡыҙыҡлы, сағыу булды. Кем булырға икән тип баш ватҡан йәштәргә кәңәшем шул: үҙегеҙҙе һынап ҡарарға ҡурҡмағыҙ. Шуның менән бергә абруйға һуҡырҙарса ышанырға ярамай. Үҙегеҙҙеке булмаһа, ата-әсәләрҙең йәки туғандарҙың тормош тәжрибәһенә таянырға кәрәк», — тигәйне Кәшфи Ғәҙелшин һуңғы интервьюларының береһендә.
Читайте нас: