07:50 (UTC+5), 08 Ноября 2017

Башҡорт шағиры һәм журналист Салауат Әбүзәровҡа «Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист Салауат Әбүзәровҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләүенсә, маҡтаулы исем юғары һөнәри оҫталығы һәм матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн бирелде. Журналисҡа награданы «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығына арналған байрам сараһында тапшырҙылар.
Салауат Әбүзәров киң мәғлүмәт сараларында эшләүе менән генә түгел, бер нисә шиғырҙар йыйынтығы, шулай уҡ Башҡортостан театрҙарында һәм унан алыҫта ҙур уңыш менән барған пьесалар авторы булараҡ та билдәле.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика