17:04 (UTC+5), 07 Ноябрь 2017

Башҡортостанда төп Яңы йыл шыршыһының ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе билдәләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Яңы йыл байрамы сараларына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы һәм планы раҫланды. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләй. Республика башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Уҡыусылар өсөн Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Байрамға уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙең балалары саҡырыла.
Балаларға Яңы йыл тамашаһын күрһәтеү һәм бүләктәр тапшырыу ҡаралған. Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусылар өс көн буйына «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял итә ала.
Күп балалы ғаиләләрҙең балаларына ла Яңы йыл бүләктәре, етемдәргә матди ярҙам ҡаралған.
Указ мәғариф ойошмаларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункт майҙандарында Яңы 2018 йылды байрам итеүгә арналған театрлаштырылған тамашалар, карнавалдар һәм башҡа саралар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика