Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2017, 15:30

Республика райондарында халыҡ ижады фестивалдәре уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан райондарында халыҡ ижады фестивалдәре ойошторола. Туймазы районында башланып киткән оҡшаш фестиваль «Ваҡыт дәүере» тип атала. Унда ғөрөф-ғәҙәт йырҙарын башҡарыусы, таҡмаҡтар ҡойоусы һәм милли йолалар күрһәтеүсе ауыл клубтары һәм Мәҙәниәт йорттарының балалар һәм өлкәндәр фольклор коллективтары ҡатнаша. Үҙ ижадын Ҡандра һәм Беренсе май ауылдары бәйгеселәре тәҡдим итте. Ноябрь һәм декабрь айҙарында ижади бәйгеләр Кәкребаш, Нөркәй, Уяҙытамаҡ һәм Туҡай ауылдарында үтә.
Конкурстың финалы декабрҙә Төмәнәк ауылында була, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: