Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2017, 10:20

Иң яҡшы актёрҙар, шағир һәм хормейстер – баш ҡалала Шәйехзада Бабич исемендәге премияны тапшырҙылар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Иң яҡшы актёрҙар, шағир һәм хормейстер 2015-2016 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Вице-премьер Марат Мәһәҙиев рәйеслегендә наградаларҙы тапшырыу тантанаһы кисә Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙҙы.
«Дәғүәселәр жюри алдында ҡатмарлы мәсьәлә ҡуйҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы лайыҡлы ине, әммә жюри яҡшыларҙан яҡшыларҙы билдәләне. Бөгөн йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан әҙәбиәткә, сәнғәтғә, ә ул иһә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ысын ҙур өлөш индерә алғандарҙы хөрмәтләйбеҙ, — тип билдәләне Марат Мәһәҙиев. — Был награда ижади эшмәкәрлегегеҙҙә һуңғыһы булмаҫ тип ышанам».
Премияны «Хыялға ҡаршы» спектаклен профессиональ кимәлдә ҡуйғандары һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалауҙары өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтовтан торған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади коллективы яуланы.
«Хеҙмәтебеҙгә ошондай юғары баһа биргәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙең бишебеҙгә лә ҡанат ҡуйҙы. Был беҙҙең премия ғына түгел – ул коллектив хеҙмәте. Беҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында 10 йыл эшләйбеҙ. Премияға була театрыбыҙҙың исеме яңғырауы, уның абруйы күтәрелеүе өсөн шатланабыҙ», — тине актёр Фәнис Рәхмәтов.
Урал Әминев билдәләүенсә, театр тарихында награданы тәүгә ҙур лауреаттар коллективы ала. Спектаклдә төп ролде башҡарыусы Артур Кәбиров Айгиз Баймөхәмәтовтың тыуған көнөндә уйнаған спекталдә нығыраҡ тулҡынланыуын белдерҙе, сөнки постановканың нигеҙенә яҙыусының балалар йортондағы ауыр көндәре тураһында автобиографик повесть һалынған. «Спектаклдә күтәрелгән тема төрлө быуын кешеләре өсөн көнүҙәк, шуға спектаклдең ижади тормошо ла оҙон булыр тип уйлайым», — тип иҫәпләй актёр Ринат Баймырҙин.
«Мәскәүҙә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡып, Өфөгә эшләргә ҡайтҡанға 10 йыл үтеп тә китте. Шуға бөгөн, тәү сиратта, уҡытыусыларыбыҙҙы хәтергә төшөрәбеҙ. Беҙҙең тәүге наградабыҙҙа уҡытыусыларыбыҙҙың өлөшө ҙур. Был көндө беҙҙе аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалған мәрхүмә Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсинаны иҫкә алмай булмай. Тормошобоҙҙағы ошо тәүге наградабыҙҙы уҡытыусыларыбыҙға бағышлайбыҙ», — тине Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры, хор менән дирижерлыҡ итеү кафедраһы мөдире, доцент, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы художество етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн премияға лайыҡ булды.
«2013 йылда илебеҙҙә Валерий Гергиев етәкселегендә Бөтә Рәсәй хор йәмғиәте тергеҙелде, ә республикабыҙҙағы филиалды мин етәкләйем. Хор йәмғиәтенең слоганы былай яңғырай: «Хор — идеаль йәмғиәттең киләсәк өлгөһө ул». Бөгөн минең йөҙҙән хор сәнғәтенә күрһәтелгән иғтибар – ул республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә идеаль йәмғиәт ҡаҙаныуға тос өлөш тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Алһыу Хәсбиуллина.
Хормейстер хәбәр итеүенсә, ул етәкселек иткән бөтә хорҙарҙың репертуарында ла күренекле башҡорт шағирҙарының, ә Хор капеллаһы репертуарында Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарына яҙылған әҫәрҙәр бар.
Йәш шағир һәм журналист, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Алмас Шаммасов «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабы өсөн премияға лайыҡ булды. Шағир һигеҙ йәшендә тәүге шиғырын яҙғанға 22 йыл үтеүен билдәләне.
«Был премия уның ижадында тәрбиәләнгән, үҫкән, әҫәрҙәребеҙҙә уның йолаларын дауам иткән бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исемен йөрөтә. Ижадыбыҙҙа бөгөнгө көнкүрешебеҙҙең бөтә проблемаларын, бөтә шатлыҡтарын, донъябыҙҙағы, Ватаныбыҙҙағы ауырлыҡтарҙы сағылдырырға тырышабыҙ. Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә – әҙәбиәтселәрҙе, актёрҙары, музыканттарҙы, рәссамдарҙы тыуған төйәгебеҙҙең киләсәге хаҡында хәстәрлек күреү берләштерә», — тип белдерҙе бүләкләү тантанаһынан һуң Алмас Шаммасов.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: