08:25 (UTC+5), 31 Октябрь 2017

Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда Айткали Жаимовтың юбилейында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле музыкант һәм дирижер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин Ҡаҙағстанда Дәүләт филармонияһы ҡаҙаҡ халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының баш дирижеры, музыкант һәм композитор Айткали Жаимовтың 70 йәшлек юбилейын байрам итеүҙә ҡатнашты. Сара «Астана» концерт залында уҙҙы.
Юбилейға арналған ижади кисәгә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән музыканттар, шул иҫәптән Санкт-Петербургтан Дмитрий Хохлов, Ташкенттан Фаруҡ Садиҡов килгәйне.
«Концертта юбилярҙың, уның улы Армандың әҫәрҙәре яңғыраны, — тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин. — Ҡунаҡтарҙың һәр береһе берәр әҫәр башҡарҙы. Мин оркестр менән «Эуен»ды уйнаным, ул «көй» тип тәржемә ителә, өзләнем дә. Сығышымдан һуң Ҡаҙағстандың Композиторҙар союзы вәкилдәре минән ҡурайҙа үҙҙәренең көйҙәрен уйнауымды һораны».
Рәмил Ғәйзуллин Астана Дәүләт филармонияһы ҡаҙаҡ халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Урал ауазы» халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәренең конкурс- фестиваленә саҡырылғанын хәбәр итте.
Айткали Жайымов — думбырала уйнаған танылған музыканттарҙың береһе, Ҡаҙағстанда инструменталь башҡарыу һәм дирижерлыҡ өлкәһендәге төп белгес. Бер нисә йыл буйына Курмангазы исемендәге дәүләт академия халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына уңышлы етәкселек итте.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика