04:00 (UTC+5), 31 Октября 2017

Нефтекама филармонияһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Нефтекама дәүләт филармонияһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрам сараларында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Был кис филармония коллективы «Йөрәгемдең балҡышы» исемле яңы музыкаль программа әҙерләгәйне. Программала опера ариялары һәм эстрада йырҙары, бейеү номерҙары, цирк шоуы булды.
Нефтекама дәүләт филармонияһы – Башҡортостандың филармония коллективтары араһында иң йәше, республиканың төньяҡ-көнбайышында берҙән-бер профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы. Филармония төбәктә әүҙем концерт эшмәкәрлеген алып бара, күрше төбәктәрҙә күпләп башҡорт, татар, мари халҡы йәшәгән урындарҙы уратып ала.
20 йыл эсендә коллектив бихисап концерт программаһы әҙерләгән. Бында алты ижади төркөм: башҡорт (етәксеһе Раян Алтыншин), татар (етәксеһе Рифҡәт Ғәбделйәнов), мари (етәксеһе Раисия Иҫәнбаева), цирк бригадалары (етәксеһе Нурания Хәлитова), «Түңгәүер» бейеү ансамбле (етәксеһе Гөлнара Сәфәрова), музыкаль лекторий (етәксеһе Рита Ҡарасурина) эшләй.
Филармонияның коллективы «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Самоцветы Прикамья», «Чолман йук» кеүек республика концерттарында, төбәк-ара фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа даими ҡатнаша. Филармония артистары йыл һайын бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара сараларҙа, Рәсәй ҡалаларында – Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Екатеринбургта, Түбәнге Новгородта, Пермдә, Силәбелә, Һарытауҙа, Нижневартовскиҙа, Төмәндә, Ҡурғанда милли Һабантуй байрамдарында ҡатнаша. Коллективҡа Италияла, Төркиәлә, Украинала, Эстонияла, Үзбәкстанда алҡышланылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика