09:46 (UTC+5), 31 Октября 2017

Өфөлә «Йөрәк һүҙе» шиғри проектының ярымфиналсылары асыҡланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йөрәк һүҙе» шиғри проектының ярымфиналсылары билдәләнде. Республиканың танылған шағирҙары, яҙыусылары, артистары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренән торған 56 дуэт башҡорт поэзияһы классиктарының шиғырҙарын һөйләне.
«Ҡурай» телеканалынан проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тауыш биреүҙә бөтәһе 8424 кеше ҡатнашты. 12 пар иң күп тауыш йыйҙы. Улар — тәрбиәсе Дилара Әйүпова һәм уның ҡыҙы Зөлхизә, яҙыусы, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм филолог Алина Ғәлиева, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова һәм ҡыҙы Гөлнәзирә Буранҡаева, шағирә Зөлфиә Ханнанова һәм ҡыҙы Гүзәл Әлибаева, яҙыусы, драматург, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм улы Йәдкәр, шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова һәм туғаны Зәйтүнә Даянова, шағирә, журналист Лариса Абдуллина һәм улы Хасбулат, артистар Миләүшә һәм Ләйсән Шәриповалар, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары Илдар Ғүмәров һәм Светлана Хәкимова, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, шағирә һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Йомабикә Ильясова һәм ҡыҙы Таңсулпан Аҡбашева, Салауат драма театры актерҙары Винира Хәсәнова һәм Ринат Ибәтуллин.
Ярымфинал 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Шиғри бәйге барышында өс дуэт-финалсы билдәләнә, уларҙың береһе генә еңеп сыға.
Тауыш биреүҙә еңеүселәрҙең сығышы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика