06:30 (UTC+5), 31 Октября 2017

Башҡортостан моделе Эльвира Ишморатова Мәскәүҙә Юғары мода аҙналығында сығыш яһаны

Дмитрий Бабушкин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә Андрей Пономаревтың «Ponomarev by NN» кейемдәр коллекцияһы менән таныштырыу сараһы менән «Moscow Fashion Week» Юғары мода аҙналығы тамамланды. Ҙур коллекцияға киске күлдәктәр, костюмдар, спорт образдары инде. Рәсәйҙә тәүгә подиумға 40-тан ашыу plus size моделе сыҡты.
Башҡортостандан берҙән-бер фэшн модель – халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, телепроекттарҙа ҡатнашыусы, «Stikhia» ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн проект етәксеһе Эльвира Ишморатова булды.
«Ҙур ажиотаж, сират ине һәм залда 1700-ҙән ашыу кеше булды, урындар бөтәһенә лә етмәне. Иҫ киткес һәм күҙҙең яуын алып торорҙай эштәр үҙенең стиле, зиннәтлеге, матурлығы менән хайран ҡалдырҙы, — тип һөйләне Эльвира «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә. — Коллекцияны йылы ҡабул иттеләр, ул башланып киткәндән алып алҡыштар туҡтаманы. Коллекция менән таныштырғандан һуң күп кенә тамашасылар фотоға төшөргә теләне һәм минең образым, оҙон сәсем менән һоҡланды».
Эльвираның һүҙҙәренсә, коллекция менән таныштырыуға тиклем бер нисә этаптан торған кастинг булды, уға Эльвираны Анна Мелешко саҡырған.
«Үҙемдең кейемдән һәм ойоштороу кимәленән шатланыу кисерәм. Баһалап бөтөргөһөҙ тәжрибә һәм тәьҫораттар өсөн рәхмәтлемен. Рlus size ҡыҙҙары өсөн ошондай иҫ киткес кейемдәр тегеүҙәре бик шәп. Коллекциялар менән таныштырыуҙа, телевидениеға һәм фотоға төшөүҙә тәжрибәм ҙур, күп кенә дизайнерҙар менән эшләнем, әммә тәүгә бөтә эштәр ҙә таң ҡалдырҙы, бик зауыҡлы булды», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира Ишморатова.
Модель үҙ командаһына – дуҫтарына, продюсерҙарға, журналистарға һәм дизайнерҙарға рәхмәтен белдерҙе.
«Андрей Пономаревты Өфөлә уның коллекцияһы менән таныштырыуҙы ойоштороуҙы вәғәҙәләп, баш ҡалабыҙға саҡырҙым. Өфө яңы модалы баш ҡала булыр тип ышанам», — тигән ышаныста Эльвира.
Андрей Пономарев – 2013, 2014, 2015, 2016 йылдарҙағы иң яҡшы дизайнер, Миланда мода аҙналығы дебютанты, «Йыл кешеһе-2016», шоу-бизнес һәм телевидение йондоҙҙарын кейендерә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика