04:00 (UTC+5), 30 Октября 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Милли симфоник оркестрын 25 йыллығы менән ҡотланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Милли симфоник оркестрын 25 йыллығы менән ҡотланы. «25 йыл бергә!» байрам гала-концерты «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
«Хөрмәтле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрын 25 йыллығы менән ҡотлайым!
Сирек быуат эсендә бәләкәй телерадиокомпанияһының музыкаль коллективынан алып илдә һәм унан ситтә танылыу яулаған республикабыҙҙың төп симфоник оркестрына тиклем ҙур ижад юлын үттегеҙ. Ижади коллективығыҙҙың активында – төрлө илдәрҙең, Юрлов исемендәге Рус дәүләт академия хор капеллаһының, республиканың Академия дәүләт хор капеллаһының, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының күренекле музыканттары һәм дирижерҙары эш итеү. Төрлө йылдарҙа оркестр менән СССР-ҙың халыҡ артистары Ирина Архипова, Николай Петров, Елена Образцова, Рәсәйҙең халыҡ артистары Юрий Лоевский, Даниил Крамер, Владимир Овчинников, яҡташтабырыҙ – Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар һәм донъяның башҡа сәнғәт йондоҙҙары сығыш яһаны. Оркестрҙың репертуарына донъя классикаһының, илебеҙ һәм Башҡортостан композиторҙарының иң яҡшы әҫәрҙәре инә. Һеҙҙең коллективҡа бик күп яҡын һәм сит илдәрҙә, Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгендә гастролдәрҙә ҡуш ҡуллап алҡышлайҙар.
Классик музыканы һөйөүселәргә киң билдәле оркестр бөгөн Башҡортостандың музыкаль тормошонда айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Үҙегеҙҙең ижадығыҙ менән һеҙ республиканың күп милләтле музыкаль мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм танытыуға, йәштәргә рухи-эстетик тәрбиә биреүгә тос өлөш индерәһегеҙ.
Оркестрҙың коллективына именлек, илһам, яңы ижади уңыштар, сағыу проекттар һәм рәхмәтле тамашасылар теләйем!» — тиелә ҡотлауҙа.
Уҙған көндәрҙә Милли симфоник оркестры артистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «25 йыл бергә!» юбилей гала-концерты программаһында – Чайковскийҙың, Брамстың, Фореҙең, Сен-Санстың, башҡорт авторҙары Халиҡ Заимовтың, Шамил Шәриповтың әҫәрҙәре. Пуль артында – художество етәксеһе һәм баш дирижер Раушан Яҡупов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика