07:00 (UTC+5), 30 Октябрь 2017

Өфө сәнғәт училищеһы 95 йыллығына уҡыу йортон тамамлаусыларҙың концертын әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө сәнғәт училищеһы ойошторолоуының 95 йыллығына арналған концерттар әҙерләй. 30 ноябрҙә йондоҙло сығарылыш уҡыусыларының концерты ҡаралған.
Концерт программаһында билдәле йондоҙҙар — халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттарының сығыш яһауы көтөлә, улар иҫәбендә — күренекле опера йырсылары, Башҡортостандың халыҡ артистары, Өфө сәнғәт училищеһы директоры Владимир Белов һәм Эльвира Фәтихова.
Өфө сәнғәт училищеһы 1921 йылда башҡорт музыка техникумы булараҡ асылған. 1926 йылдан Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы, 1936 йылда ике үҙаллы урта белем биреү йорто: Өфө музыка һәм театр-художество училищелары тип үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда театр-художество училищеһы эшләмәй, 1960 йылда иһә яңынан асыла һәм Өфө музыка училищеһына бергә ҡушҡандан һуң хәҙерге исемен ала.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар араһында рәссам Александр Тюлькин, актерҙар, СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков һәм Зәйтүнә Бикбулатова, композиторҙар Морат Әхмәтов һәм Салауат Низаметдинов, хормейстер Таһир Сәйфуллин, йырсылар Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаков, Фәрит Бикбулатов, джазмен Олег Кирәев, рок-йырсы Земфира Рамазанова һәм башҡа билдәле сәнғәт әһелдәре бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика