12:28 (UTC+5), 30 Октября 2017

Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде. Был хаҡта республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Премиялар 2 ноябрҙә тапшырыла.
2015, 2016 йылдарҙа премияға «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабы өсөн Алмас Шаммасов; «Хыялға ҡаршы» спектаклен профессиональ кимәлдә ҡуйғандары һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалауҙары өсөн Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтовтан торған ижади коллектив һәм хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Алһыу Хәсбиуллина лайыҡ булды.
Быйыл йәштәр премияһына 15 эш тәҡдим ителде, шуларҙың 10-һы – сәнғәт, дүртәүһе – әҙәбиәт, берәүһе архитектура өлкәһендә. Комиссияның 5 сентябрҙә үткән беренсе ултырышы йомғаҡтары буйынса, конкурста артабан ҡатнашыу өсөн 10 ғариза һайлап алынды.
Белешмә. Шәйехзада Бабич исемендәге премия художестволы әҙәбиәт; һынлы сәнғәт; театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография; кинематография; архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр өсөн тапшырыла. Премия менән бүләкләүҙең төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының үҫешенә ҙур өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү. Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә. Ул ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.
22 йыл эсендә премияға 47 автор һәм 12 коллектив лайыҡ булды. Премия лауреаттары араһында опера йырсыһы Зөһрә Байбурина, кинорежиссер Булат Йосопов, композитор Урал Иҙелбаев, ҡурайсы Роберт Юлдашев, яҙыусы Игорь Савельев, йырсы Земфира Рамазанова бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика