07:56 (UTC+5), 27 Октября 2017

Төбәктә билдәле ҡурайсы һәм тележурналист Юлай Ғәйнетдинов оҫталыҡ дәресе менән сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған ҡурайсы, телерадиожурналист Юлай Ғәйнетдинов башҡорт оҙон көйҙәренә арналған «Халыҡ сәнғәте мәктәбе» оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Ул «Сайетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы һәм Сәйетбаба ауыл советының йәмәғәт ойошмалары саҡырыуы буйынса сығыш яһаны.
Оҫталыҡ дәресендә Юлай Ғәйнетдинов «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы фондындағы һирәк видеояҙмаларҙы күрһәтте. Улар уның «Хазина» ижад берекмәһенә етәкселек иткән йылдарында төшөрөлгән. Ҡайһы бер оҙон көйҙәрҙе ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тоҡомо, күп кенә оҙон көй конкурстары лауреаты Рәмил Ҡодосов башҡарған.
«Хазина» тапшырыуы фонотекаһында урындағы ҡурайсылар Әсҡәт Фәхретдинов һәм Сәхиулла Хәкимовтың яҙмалары бар. Сәйетбабалар Әсҡәт Фәхретдинов башҡарыуында «Алатау» йырын тәүгә тыңланы. Ул Юлай Ғәйнетдиновтың фонотекаһында һаҡланған.
«Залға йыйылған оло йәштәге кешеләр, йәштәр һәм уҡыусылар тележурналист, ҡурайсылар һәм ата-бабаларыбыҙҙың боронғо оҙон көйҙәре хаҡында тапшырыуҙар алып барыусының һөйләгәнен ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ике сәғәттән ашыу сәйетбабалар башҡорт халыҡ сәнғәте хазиналарының йөҙ йылдан ашыуыраҡ тарихын ихлас тыңланы һәм күңеленән үткәрҙе», — тип хәбәр иттеләр Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәтенән.
Юлай Ғәйнетдинов — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 24 йәшендә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге тәүге ҡурайсылар конкурсында Гран-приға эйә була, Будапештта IX Халыҡ-ара фольклор фестивале лауреаты. Юлай Ғәйнетдинов Японияла, Венгрияла, Төркиәлә уңышлы сығыш яһай. Уның репертуарында 100-ҙән ашыу башҡорт музыка фольклоры әҫәрҙәре бар. Ул Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы фонотекаһы өсөн «Ҡараһаҡал маршы», «Батырша», «Наполеон Бонапарт», «Башҡортса краковяк» башҡорт халыҡ көйҙәрен яҙҙырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика