10:30 (UTC+5), 27 Октябрь 2017

Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» фестивалендә «Жемчужина» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Өфө ҡалаһы хакимиәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәттәре фестивалендә 119-сы мәктәптең Фәрихә Моратшина етәкселегендәге «Жемчужина» халыҡ бейеүҙәре ансмабле Гран-при яуланы. Йомғаҡлау гала-концерты кисә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы фестивалде республика биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың милли, рухи, мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү, үҫтереү һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында 2008 йылдан алып уҙғара.
Йыл һайын фестивалдең һайлап алыу этабында 100-ҙән ашыу дөйөм белем биреү учреждениеһы, музыка һәм йәкшәмбе мәктәптәре, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары балалар ижади коллективтарынан 1,5 меңләп бала ҡатнаша. Был юлы «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» гала-концертының программаһына 46 ижади коллектив инде. Улар йырлап, бейеп, музыка ҡоралдарында уйнап, тасуири уҡып күрһәтте.
Шулай уҡ мәҙәниәт һарайы фойеһында «Халыҡтар дуҫлығы» биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе булды. Унда Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың: башҡорттарҙың, урыҫтарҙың, татарҙарҙың, украиндарҙың, әрмәндәрҙең, сыуаштарҙың, поляктарҙың һәм немецтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған һигеҙ экспозиция эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика