10:51 (UTC+5), 26 Октября 2017

«Тамыр» телеканалының яңы проекты: башҡорт әкиәттәрен йәш йондоҙҙар уҡый

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» телеканалы яңы проект өҫтөндә эшләй. Йәш эстрада, театр йондоҙҙары, блог өлкәһендә танылған шәхестәр башҡорт әкиәттәрен уҡый.
«Әле беҙ RNT, «Бүреләр» төркөмө лидеры Илшат Абдуллинды, Сабина Кучаеваны төшөрҙөк. Беҙ «Ҡарт айыу һәм бүре», «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә», «Терпе менән ҡуян», «Һаранбай менән Зиннәт», «Бүре ни өсөн айға ҡарап олой» һәм башҡа популяр әкиәттәрҙе алабыҙ», — тип хәбәр итте телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина.
«Күптән түгел интернетта ҡыҙыма башҡорт аудиоәкиәттәрен эҙләп ҡарарға булдым. Тапманым. Бөтә интернетты гиҙеп сыҡтым, әммә улар юҡ ине. Эҙләнеүемде дауам итеп, «Тамыр» студияһына сыҡтым, — тип һөйләй Илшат Абдуллин. — Бөгөн ошо студияла эстрада йондоҙҙары уҡыуында башҡорт халыҡ әкиәттәре тигән яңы балалар проектында ҡатнаштым. Мине әлеге проектҡа йән өрөүсе тип тә атанылар».
Киләсәктә йәш башҡарыусылар Илнур Рамазанов, Ғайсар Миңлеғолов, актер Артур Кәбиров, «Любизар» башҡорт атлы полкында ҡатнашыусы Юлай Ғәлиуллин, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтов, видеограф Батыр Ғәлимовты яҙҙырырға ниәтләйҙәр.
Әкиәттәрҙе «Әкиәт китабы» телетапшырыуында, «Иләү» радиотапшырыуында тыңларға мөмкин, ҡайһы бер роликтар интернетҡа һалынған. Проект 12 ноябрҙә старт ала, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәр йәкшәмбе эфирға сыға.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика