10:10 (UTC+5), 26 Октября 2017

Өфөлә Зәйнәб Биишеваның башҡортса шиғырҙарын иң яҡшы тәржемә итеүселәргә бүләктәр тапшырылды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Зәйнәб Биишеваның «Ни өсөн» тигән башҡортса шиғырын иң яҡшы тәржемә иткән Кушнаренко районынан Ләйсән Ғилметдинова – беренсе, Өфөнән Любовь Колоколова – икенсе һәм Кристина Андрианова-Книга өсөнсө урын алды. Марсель Ғафуров исемендәге IХ республика шиғри тәржемә конкурсының тамашасы һөйөүе бүләген Октябрьскийҙан Валерий Абдразяков алды. Әйтеп үтергә кәрәк, икенсе һәм өсөнсө урын яулаусылар алдан ошо шиғри бәйгелә призерҙар булғайны, ә Кушнаренкола йәшәүсе үҙен тәржемәсе сифатында икенсе йыл һынай.
Лауреаттарҙы дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнеләр. Бүләкләү тантанаһы Зәйнәб Биишеваның һәйкәле янында үтте.
Башҡорт тәржемәсеһе Марсель Ғафуровтың исеме бирелгән Республика шиғри тәржемә конкурсы йыл һайын уҙғарыла. Һәр йыл бәйгелә ҡатнашыусылар берәй башҡорт шиғырына үҙҙәренең урыҫ телендәге тәржемәһен тәҡдим итә: алдан Мостай Кәримдең, Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары, ә быйыл Зәйнәб Биишеваның «Ни өсөн» тигән шиғыры булды.
Киләһе йыл конкурстың юбилейы була. Уны конкурсты ойоштороусылар яңы форматта уҙғарырға күҙаллай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика