05:40 (UTC+5), 25 Октябрь 2017

Лондонда башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы

Мария Индина
Алик Шакиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Шекспирҙың тыуған төйәгендә Әҙәбиәт көндәре сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең эштәре буйынса федераль агентлыҡта күренекле башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың Лондонда инглиз телендә баҫылған «Книга, какой еще никто не писал» китабының исем туйы уҙҙы. Сараны Hertfordshire Press нәшриәт йорто, Юнус Эмри исемендәге Төркиә үҙәге, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең эштәре буйынса федераль агентлығы, Orzu Arts һәм Pro Arts булышлығында Евразия ижади гильдияһы (Лондон) ойошторҙо.
Исем туйында Бөйөк Британиянан, Америка Ҡушма Штаттарынан, шулай уҡ Урта Азия илдәренән яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, фотографтар, режиссерҙар һәм башҡа мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһе эшмәкәрҙәре булды. Яңы китап менән Hertfordshire Press (Лондон) нәшриәт йорто етәксеһе Марат Әхмәтйәнов таныштырҙы. Евразия ижади гильдияһы сайтында билдәләүенсә, «Британия тамашасыһы күренекле яҙыусы-сатириктың яңы китабын ихлас ҡаршы алды, уның «мөхәббәт романдарына яҡын» әҫәре инглиз телле уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты».
Был китапта илдә генә түгел, унан алыҫта ла ныҡ билдәле башҡорт яҙыусыһы-сатирик тәүгә «етди» мәңгелек мөхәббәт хаҡында алдан бер ҡасан да яҙылмаған китап яҙа. Дөрөҫөрәге, ул түгел, ә әҫәрҙең төп геройы, ул да Марсель Шәйнур улы һымаҡ яҙыусы, әммә сатирик түгел, ә лирик. Автор үҙенең эш һөҙөмтәһен юҡҡа ғына «мөхәббәт романына яҡын» тип атамай.
Марсель Сәлимовтың китабы Евразия ижади гильдияһының китаптар серияһы сиктәрендә инглиз телендә Гарет Стамп редакцияһында нәшер ителгән. Гарет Стамп – консультация советы ағзаһы, бөтә ғүмерен Бөйөк Британиялағы абруйлы коллеждарының береһендә – Haileybury School – эшләүгә арнаған кеше. Китапҡа инеш һүҙҙе философия фәндәре докторы, Колумбия университеты профессоры Рәфис Абазов яҙған. Ул — Марсель Сәлимовтың яҡташы, Борай районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.
Марсель Шәйнур улы Сәлимов – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары, Евразия ижади гильдияһы һәм башҡа халыҡ-ара һәм Рәсәй ижади союздар һәм академиялар ағзаһы. Халыҡ-ара әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты, «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» тигән маҡлаулы исемгә лайыҡ кеше. Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм Чебоксарҙа башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, инглиз һәм болгар телдәрендә сыҡҡан 40 китап авторы. Яҙыусының айырым әҫәрҙәре донъяның иллеләгән теленә тәржемә ителгән һәм бихисап Евразия илдәрендә баҫылған.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика