Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Октябрь 2017, 09:00
Баш ҡалала «Голос» шоуы еңеүсеһе Динә Гарипова яңы йырын башҡарҙы
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Голос» шоуы еңеүсеһе Динә Гарипова «Пятый элемент» тигән яңы йырын башҡарҙы. Был ваҡиға «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Татар ҡыҙы-2017» II халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһе финалында булды, йырсы унда махсус ҡунаҡ ине.
«Был йырҙы мин бер тапҡыр Мәскәүҙә Кремлдә башҡарҙым, ә хәҙер Өфөлә йырлайым», — тип билдәләне Динә.
Шулай уҡ йәш артист Өфө тамашаһына татар телендә бер нисә йыр бүләк итте. Тамашасылар йырсыны алҡышлап ҡаршы алды.
Динә Гарипова – «Голос» шоуының тәүге миҙгелендә еңеүсе, «Евровидение-2013» халыҡ-ара музыкаль конкурсы финалисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Динә Гарипованың Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге концерты 2013 йылда «Өфө уттары»нда булды.
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
голос
динә гарипова
татар ҡыҙы
Читайте нас: