03:00 (UTC+5), 24 Октября 2017

Төбәктә «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамы еңеүселәре иғлан ителде

Юрий Нестеров
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамына йомғаҡ яһалды. Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан «Суҡ муйыл» башҡорт фольклор ансамбле (етәкселәре Гөлсәсәк Фәхрисламова һәм Дилә Мусина) Гран-при яуланы. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҙур фольклор сараһында Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән 46 коллектив ҡатнашты. Байрамды ябыу тантанаһында милли костюмдар тегеү өсөн аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Ике көн дауамында конкурсанттар «Башҡорт фольклор коллективы» һәм «Һирәк һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙы башҡарыусылар» номинацияларында призлы урындар өсөн ярышты, фольклор коллективтар етәкселәре өсөн семинарҙа ҡатнаштылар. Конкурсанттарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Совет ағзаһы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова рәйеслегендәге жюри баһаланы.
Сара сиктәрендә Өфө ҡалаһының «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы оҫталары һәм «Суҡ муйыл» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар башҡорт түшелдеректәрен (селтәр, яға, хәситә, муйынса, һаҡал, иҙеү) һәм баш кейемдәрен (маңлайса, ҡашмау) эшләү буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо.
«Ашҡаҙар таңдары» халыҡ байрамы башҡорт фольклорын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм пропагандалау, иң яҡшы төп, этнографик башҡорт фольклор коллективтарын һәм башҡарыусыларын асыҡлау, фольклор коллективтарының һәм башҡарыусыларҙың башҡарыу кимәлен һәм сәхнә мәҙәниәтен күтәреү, үҫеп килгән быуынды башҡорт милли хореография, музыкаль һәм ауыҙ-тел ижады нигеҙҙәренә өйрәтеү, профессиональ сәнғәтте һәм халыҡ үҙешмәкәрҙәре ижадын үҙ-ара байытыу маҡсатында уҙғарыла.
Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика