Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь 2017, 07:30

Беҙгә башҡорт халыҡ мәҙәниәте фестивалдәре кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған көндәрҙә Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ашҡаҙар таңдары» V республика башҡорт фольклоры байрамында булды. Ул ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте.
Республика етәксеһе ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡараны һәм унда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
- Ошо иҫ киткес – яҡшы, матур, бөтәһенә лә кәрәкле байрамды мөмкин тиклем күберәк кешеләр күрһен ине. Ысын, тәрән башҡорт халыҡ фольклоры, мәҙәниәте йолаларын дауам итеүсе коллективтарҙың шундай күп булыһы һәйбәт, – тине төбәк Башлығы. – Беҙ Мәҙәниәт министрлығы, республика Хөкүмәте менән берлектә ошо фестивалдәргә, конкурстарға, һис шикһеҙ, ярҙам итербеҙ һәм бындай коллективтар һаҡланһын һәм беҙҙең башҡорт мәҙәниәтенең ниндәй икәнлеген күрһәтеү өсөн халыҡҡа хәрәкәт итһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ.
Рөстәм Хәмитов фестивалдең башҡорт мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө менән тап килеүен билдәләне.
- Сәхнәлә һәм залда йолаларыбыҙҙы дауам итеүсе, ата-бабаларыбыҙҙан килгән рухилыҡты киләсәктә йөрөтөүсе йәштәребеҙҙе күреү, әлбиттә, ҙур ҡыуаныс килтерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Бер һүҙ менән генә әйткәндә, һеҙҙең менән яҡшы эш эшләйбеҙ. Беҙгә төрлө-төрлө һәм тәү сиратта – башҡорт халыҡ мәҙәниәте фестивалдәре кәрәк.
Башҡортостан Башлығы 2020 йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасағын хәтергә төшөрҙө.
- Бөгөнгө фестиваль – ошондай ҙур ваҡиғаларға әҙерлек өлөшө, әлбиттә. Беҙ башҡорт халыҡ мәҙәниәтен уның бөтә матурлығында, көсөндә, ҡеүәтендә күрһәтергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай фестивалдәр аша бөтә муниципалитеттарыбыҙ ҙа Фольклориада көндәрендә донъяға башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлдә күрһәтә алыр тип ышанам.
2006 йылдан уҙғарылып килгән фестиваль башҡорт халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән. Унда ауыл клубтары, ҡала мәҙәниәт һарайҙары һәм мәҙәниәт йорттары нигеҙендә ойошторолған үҙешмәкәр һәм халыҡ вокал-хореография коллективтары ҡатнаша.
Быйыл байрамда 47 ижади коллектив – республиканың 29 районынан һәм ете ҡалаһынан, шулай уҡ Татарстандан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән 700-ләп кеше ҡатнашты.
Фестиваль программаһына семинарҙар, башҡорт халыҡ костюмын тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ 2016 йылда Мексикала уҙған Бөтә донъя фольклориадаһына арналған фотокүргәҙмәләр булды.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: