Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2017, 11:04

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. «Бөтә донъя Фольклориадаһы — 2016» — күсмә күргәҙмә, ул республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә уҙа һәм 2018 йылдың аҙағында тамамлана.
Экспозицияла Башҡортостандың мәҙәни делегацияһының Сакатекас ҡалаһында фестиваль сараларында, Веркруз штатында Mexico Festival CIOFF мәҙәни форумында, Мексиканың баш ҡалаһы Мехикола гала-концертта ҡатнашыуы тураһында фотоһүрәттәр урын алған.
2020 йылда Башҡортостанда Бөтә Донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға бәйле күргәҙмә республикала йәшәүселәрҙе донъя халыҡтарының этномәҙәни һәм фольклор традициялары, шулай уҡ CIOFF Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының эшмәкәрлеге менән таныштыра.
Читайте нас: