06:02 (UTC+5), 19 Октября 2017

«Туған тел» телеканалының милли премияһына дәғүәселәрҙең исемдәре билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ойоштороу комитеты ултырышында «Туған тел» телеканалының милли премияһына 45 дәғүәсенең исемдәре билдәләнде. Улар тәүге тапҡыр тапшырыласаҡ премияның 20 номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Иң яҡшы 20 башҡарыусы «Йылдың иң яҡшы йырсыһы», «Йылдың иң яҡшы йыры», «Йылдың иң яҡшы клибы», «Йылдың иң яҡшы бейеү проекты» һәм башҡа номинацияларҙа бүләкләнәсәк.
Еңеүселәрҙең исемдәре йырсылар һәм тамашасылар өсөн дә әлегә сер итеп һаҡлана. «ТТ милли премия»һы лауреаттары премияны тапшырыу тантанаһында ғына билдәле буласаҡ. Йомғаҡлау концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 18 декабрҙә Йәштәр һарайында уҙа.
«Беҙҙең «ТТ милли премия» музыка фестивале бөтә тамашасыларҙы хайран ҡалдырасаҡ. Тантаналы сарала айырыуса яҡтылыҡ биҙәлешенә баҫым яһала. Заманса технологиялар файҙаланылһа ла, шоу милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡаласаҡ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына телеканалдың баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика