11:14 (UTC+5), 19 Октября 2017

Рәсүл Сәғитов Өфөлә яңы китабының исем туйын үткәрҙе

Рәсүл Сәғитовтан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты. Быға сәбәп булып уның «Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған яңы, етенсе, китабы донъя күреүе һәм һатыуға сығыуы торҙо.
Баҫмала телмәр күркәмлеге, нәфис һүҙ әһәмиәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, эфир теле серҙәре асыла, автор ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни өлкәләргә ҡараған күп проблемаларға үҙенсәлекле ҡарашын белдерә, хикмәтле хикәйәләр ҙә урын алған. Буласаҡ педагог һәм журналистар ошо һөнәрҙәр, яҙыусылыҡ, тәржемә эшмәкәрлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һорауҙарына яуап алды. Рәсүл Сәғитов граждандар йәмғиәтен, илһөйәрлек тойғоһон артабан үҫтереү буйынса фекерҙәре менән дә уртаҡлашты, сөнки ул – «Юлдаш» радиоһында бүлек етәксеһе, «Асыҡ студия» программаһын алып барыусы булыуы менән бергә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла.
Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин, тележурналист Гөлдәриә Йосопова ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Улар сара геройы радиотапшырыуҙары, мәҡәләләре һәм китаптарының юғары ижтимағи әһәмиәтен билдәләне.
Рәсүл Сәғитов – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика