14:08 (UTC+5), 18 Октября 2017

Башҡорт театры сәхнәһе ветераны Мөнирә Занина арабыҙҙан китте

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн иртән Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мөнирә Занина вафат булды. Танылған сәхнә оҫтаһына 15 декабрҙә 87 йәш тулыр ине. Актриса менән хушлашыу иртәгә була.
Үҙенең ижад юлын актриса 1971 йылда башлай һәм үҙ театрына тоғро хеҙмәт итә. Мөнирә Ғараф ҡыҙы Занина 1999 йылға тиклем Салауат сәхнәһендә уйнай. Ул башҡорт һәм татар драматургияһының классик һәм заманса репертуарындағы төрлө спектаклдәрҙә тиҫтәләрсә роль башҡара. Миҫал өсөн, Хафаса (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»), Фәйрүзә(Ә. Мортазин, «Ләйсән»), Мәсрүрә (М. Ғафури, «Ҡара йөҙҙәр»), Зөһрә (М. Хәйҙәров, «Бәхет йондоҙо»), Бибинур (Н. Асанбаев, «Ҡыҙлы йорт»), Сәлимә (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»), Зәбирә (Ф. Бүләков, «Яран гөл»).
1995 йылдың 5 сентябрендә театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Мөнирә Занинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Актриса театрға мөкиббән бирелгән кеше булып хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары хәтерендә һаҡланыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика