06:48 (UTC+5), 17 Октября 2017

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең премьераһына авторҙың ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды

www.colors.life сайтынан Ноэль Освальд
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Гүзәл Яхинаның Өфөгә үҙенең «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең премьераһына ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды. Премьера Өфөлә 24-25 ноябрҙә уҙа. Спектаклде танылған режиссер Айрат Абушахманов ҡуя.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килә алмайым. Тәүҙә 17 ноябргә билдәләнгәйне, һәм мин ошо көндәрҙә Өфөлә китап уҡыусылар менән осрашырмын тип ниәтләгәйнем. Һуңынан премьераны күсерҙеләр — һәм мин килеп өлгөрмәйем, сөнки ноябрь аҙағында бер айға Европаға барам», — тип хәбәр итте Гүзәл Яхина. Өҫтәүенә яҙыусы мөмкинлек булғас та Өфөгә үҙенең дебют романы буйынса тәүге спектаклде ҡарарға киләсәген билдәләне.
«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының 98-се ижад миҙгелендә беренсе премьера буласаҡ. Романдың инсценировкаһын Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Спектаклдә труппаның күпселек өлөшө ҡатнаша. Ҡуйыусы режиссер әйтеүенсә, спектаклдә милли бәйләнеш юҡ, төп геройҙың призмаһы аша тотош Рәсәйҙең яҙмышы, бөтә илдең фажиғәһе сағылдырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика