08:18 (UTC+5), 16 Октября 2017

Төбәктәге «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды

шәхси архив
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды. Ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.
100 мең һум күләмендәге премия үҙешмәкәр коллективтарҙың етәкселәренә һәм солистарына, эпос башҡарыусыларға һәм халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарына халыҡтың художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендәге ҙур ижади уңыштары, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәтен үҙләштереүгә йүнәлтелгән әүҙем педагогик һәм ағартыу эшмәкәрлеге өсөн бирелә, тиелә аңлатма яҙмаһында.
2017 йылда «Халыҡ музыкаһы», «Халыҡ йыры», «Халыҡ оҫтаһы», «Традицион халыҡ мәҙәниәте» һәм «Халыҡ бейеүе» номинацияларында 15 премия тапшырылды.
Асия Ғәйнуллина — халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурстары лауреаты, Башҡортостан башлығы грантына эйә. Асия Солтан ҡыҙы Башҡортостанда берҙән-бер сәсәндәр мәктәбен ойошторған. Мәктәп һәм уның етәксеһе тарафынан үҫеп килгән быуын араһында башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика