09:52 (UTC+5), 16 Октября 2017

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле «Рәсәй тауыштары» фестивале барышында ижад миҙгелен аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тәүге тапҡыр «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй хор, йыр һәм бейеү ансамблдәре фестивале бара. 17 октябрҙә фестиваль программаһын баш ҡаланың профессиональ сәнғәтенең визит карточкаһы тип һаналған «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле тамамлай. Йәй көнө коллектив Венгрияла «Summerfest» халыҡ-ара фольклор фестивалендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының традицион мәҙәниәте менән таныштырҙы.
«Мираҫ» ансамбле ошо концерт менән 26-сы ижад миҙгелен аса. Фестиваль республиканың 100 йыллығы һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙғарыла. Концерт программаһы республиканың халыҡ ижадына нигеҙләнгән, тип хәбәр итте ансамблдең директоры Байрас Ишбирҙин.
«Рәсәй тауыштары» фестивале Себер дәүләт академия рус халыҡ хоры сығышы менән башланды. Һуңынан программаны Татарстан Республикаһының дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле (Ҡазан) һәм Людмила Зыкина исемендәге «Рәсәй» дәүләт академия рус халыҡ ансамбле (Мәскәү) дауам итте.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө хакимиәте, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы. Проект Рәсәйҙең фольклор традицияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән коллективтарҙың күп төрлөлөгөн күрһәтеү өсөн ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика