03:30 (UTC+5), 13 Октября 2017

Республикала башҡорт телендә интернет-радио асылды

Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 11 октябрҙә, Республика көнөндә, башҡорт телендә яңы интернет-радиостанция үҙ эшен башланы. Әлегә ул һынау үтә. «Ватан» музыка һәм мәғлүмәт радиоһы тәүлек әйләнәһенә эшләй, эфирҙы Dj Fatikh – билдәле музыкант Фәтих Муллахмәтов тултыра.
«Ватан»ды йәштәр аудиторияһы өсөн туған телде һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Эфирҙа яңылыҡтар һәм сифатлы музыка, башҡорт эстрадаһы хиттары, хәҙерге башҡарыусыларҙың яңы йырҙары ла яңғыраясаҡ», — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.
Радиостанция етәкселәренең һүҙҙәренсә, яңы формат республика халҡына ғына ҡыҙыҡлы түгел – сәхифәне Ямал-Ненец автономиялы округында һәм Америка Ҡушма Штаттарында ла ҡарағандар. Интернет-радионы рәсми рәүештә 20 октябрҙә эшләтеп ебәреү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика