10:45 (UTC+5), 13 Октября 2017

Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары ағастар ултыртты

Азамат Ғәҙелшин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын тәбрикләү хөрмәтенә арналған тантаналы саралар уҙҙы. Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналистың тыуған төйәгенә Хоҙайбирҙе ауылына журналистика өлкәһендә 2017 йылғы Хөкүмәт премияһы лауреаттары – «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева һәм Башҡорт дәүләт университеты профессоры Фәнил Күзбәков килде.
Шулай уҡ Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл уға Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Анатолий Казаков лайыҡ булды. Лауреаттарҙы Күгәрсен районы башлығы Ғайса Янбаев ҡотланы. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов дипломдар һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырҙы. Ул үҙ тарихын белгән һәм ҡәҙерләп һаҡлаған, яңыраҡ 40 йыллығын билдәләгән Шәһит Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейын юғары кимәлдә тотҡан яҡташтарының ролен айырым билдәләне.
Сарала Башҡортостан Милли музейының Маҡтау грамотаһы менән Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейында күп йылдар директор булып эшләнгән Вәсилә Әмирова бүләкләнде. Музейҙы һаҡлаусы Минзәлә Күсербаеваға Күгәрсен районының маҡтау ҡағыҙын тапшырҙылар.
Ҡунаҡтар Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалды, уның Йорт-музейында булды. Район художество үҙешмәкәрҙәре концерт ойошторҙо.
Тантаналы сара сиктәрендә йолаға әүерелгән ваҡиғаларҙың береһе – ул ағас ултырыу. 2017 йылғы лауреаттар номерҙар буйынса 97-99-сы булды, киләһе тапҡыр лауреаттар икенсе йөҙҙө аса. Изге шыршы ултырыу йолаһына күрә Мәҙәниәт йорто янында ҙур ғына парк барлыҡҡа килде.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика