08:42 (UTC+5), 13 Октября 2017

Башҡортостан радиоһының юбилейы уңайынан йондоҙло дискотекала плазмалы телевизорҙар уйнатыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй Башҡортостан» телевидениеһы һәм радиоһы теләге булған һәр кемде «Хәйерле төн, республика!» тип аталған йондоҙло дискотекаға саҡыра. Башҡортостан радиоһының 90 йыллыҡ юбилейына арналған дискотека 20 октябрҙә «Өфө уттары»нда уҙа.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин хәбәр итеүенсә, сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай. Улар иҫәбендә Фидан Ғафаров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Зилә һәм Хәсән Усмановтар, Гөлназ Асаева, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Вилдан Яруллин, Рәил Өмөтбаев, йәш артистар бар.
Сара барышында «Ватан» интернет-радиоһын рәсми асыу тантанаһы була. Кисәнең абруйлы ҡунаҡтарының береһе — илдең Ҡатнаш алыш төрҙәре союзы президенты, Рәсәйҙең спорт министры советнигы, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Федор Емельяненко. Ул Өфөгә Бөтә Рәсәй турнирына килә.
Алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев һәм Ғәлимйән Ибәтуллин бик күп үҙенсәлекле конкурстар ойошторасаҡ һәм иң дәртле бейеүсегә, иң матур парға плазмалы телевизор бүләк итәсәк. Бынан тыш, милли стилдәге иң үҙенсәлекле костюм өсөн дә телевизор оторға мөмкин.
Сара киске сәғәт 9-ҙа башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика