05:35 (UTC+5), 12 Октября 2017

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юльяҡшин үҙенең командаһына гитарасы эҙләй

Дарья Петрова
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Уҙған көндәрҙә башҡорт, татар, рус һәм хатта румын телдәрендә йырҙар авторы һәм башҡарыусы Радик Юльяҡшин кастинг иғлан итте. Атҡаҙанған артистың музыкаль командаһында гитарасы урыны буш.
«25 йәшкә тиклемге, насар ғәҙәттәре булмаған йәштәрҙе көтәбеҙ», — тип яҙған йырсы иғланында.
Elvin Grey дәғүәселәрҙең эштәрен электрон почтаға ебәрергә кәңәш иткән. Әйткәндәй, артист яңы гитарасының енесен яҙмаған, шуға ла Радик Юльяҡшиндың ижадын һөйөүсе ҡыҙҙарҙан ғаризалар килә башлаған да инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь баштарында Өфө егете һәм милли эстраданың популяр башҡарыусыһына миҙал һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика