13:39 (UTC+5), 10 Октябрь 2017

Республикала тағы ла бер яңыртылған мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илеш районының Ишҡар ауылында матди-техник базаһы ремонтланғандан һәм нығытылғандан һуң ауыл мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы булды. Эштәр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты сиктәрендә башҡарылды.
Байрамды район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин асты. Ул ауыл халҡын мәҙәниәт йортоноң яңыртылыуы менән ҡотлап, проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерҙе. Сарала шулай уҡ Ишҡар ауыл советы хакимиәте башлығы Гөлүс Шакиров сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, проектты киләһе йылдарҙа да дауам итеү ҡаралған.
Байрамда Ишҡар ауыл биләмәһендәге ойошма-учреждениеларҙың эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Ҡунаҡтар өсөн ауыл халҡы бешергән һый-ниғмәттәрҙән өҫтәл әҙерләнде. Теләгән һәр кеше ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланды. Сара урындағы үҙешмәкәрҙәрҙең концерты менән тамамланды.
Башҡортостанда был проектта 32 муниципаль берәмек ҡатнаша. 2017 йылда республика 46 миллион һум алды. Аҡса июнь аҙағында уҡ күсерелде. Һәр мәҙәниәт йортона яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары, йыһаздар һатып алыу өсөн яҡынса 1 миллион һум бүленде. Сентябрҙә, октябрҙә һәм ноябрҙә проектта ҡатнашҡан барлыҡ муниципалитеттарҙа яңыртылған мәҙәниәт йорттарын асыу һәм презентациялар үткәрелә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика