14:42 (UTC+5), 10 Октябрь 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында журналистарға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырҙылар

Георгий Шишкин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә 2017 йылға журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика Хөкүмәте премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 11 дәғүәсенән һәм ике ижади коллективтан комиссия өсәүҙе һайлап алды.
«Премияны Республика көнө алдынан тапшырыу символиклы, сөнки журналистарҙың, дүртенсе властың республикабыҙҙың социаль-иҡтисади һәм рухи үҫешенә индергән өлөшө бик мөһим. Был премия – ҡаҙаныштарҙы таныу, үҙенең ҡаурыйы, оҫталығы менән бөтә доньяға республикабыҙҙың тормошо, уның уңыштары, ҡыҙыҡлы кешеләр, тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында иң кәрәкле, дөрөҫ мәғлүмәтте еткергәндәрҙең етди конкурсы. Беҙ быны ҡәҙерләйбеҙ һәм үтә мөһим тип иҫәпләйбеҙ», — тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов тантананы асып.
«Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Марина Воронова 2017 йылғы премия лауреаттарының береһе. Уға премия замандаштар образын тыуҙырғаны, уларҙың ыңғай ҡылыҡтары һәм эштәре тураһында гәзиттә баҫылған мәҡәләләре өсөн бирелде.
«Журналистика – минең һөнәрем булһа, гәзит – минең яҙмышым. Бына инде 27 йыл көн һайын коллегаларымды-фекерҙәштәремде күрер, яңы геройҙарымды осратыр өсөн яратҡан редакцияма киләм. Төп ҡыҙыҡһыныуым – ул кешеләр, уларҙың ғәҙәти булмаған характерҙары, биографиялары, үҙенсәлекле таланттар һәм һәләттәр», — тип һөйләне 2017 йылғы лауреат Марина Воронова.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ишморатова (Аралбаева) республика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр серияһы өсөн премияға лайыҡ булды.
«Был награда - миңә ҡанат ҡуйған «Башинформ» агентлығының хеҙмәтенә юғары баһа. Бөгөн мәғлүмәт агентлығының эше – ул икһеҙ-сикһеҙ конвейер, ғәйәт ҙур мәғлүмәт ағымы. Ошо ағымда мәҙәниәт һәм сәнғәт, халыҡ-ара аренаһында еңеү яулаған, уңышҡа өлгәшкән замандаштарыбыҙ тураһында яңылыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе ҡәҙерлерәк тә. Ҡапма-ҡаршылыҡлы, хәүефле заманда Башҡортостан тағы ла ыңғай, күркәм төбәк булып күренһен, беҙҙең уңыштарыбыҙ бөтә донъяла яңғыраһын өсөн республикабыҙҙың тауышын ишеттерергә тырышабыҙ», — тип билдәләне лауреат Ләйлә Ишморатова (Аралбаева).
Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Фәнил Күзбәков республика гәзит һәм журналдарында баҫылған башҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн премия менән бүләкләнде.
«Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, миңә журналистика тарихсыһы, теоретигы, практигы булараҡ та эшләргә тура килде. Милли матбуғатыбыҙҙың тәүге аҙымдарынан алып уға Хөкүмәт тарафынан ҙур иғтибар бүленде, — тип билдәләне лауреат Фәнил Күзбәков. — Журналистика тормош кеүек ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршы. Икенсе яҡтан, журналистика һыу һымаҡ бөтә ергә үтеп инә. Ҡәләмдәш дуҫтарыма, ветерандарға, буласаҡ журналистарға, студенттарыма, властағыларға, күп михнәтле халҡыма күк йөҙөбөҙҙең һәр саҡ таҙа булыуын теләйем».
2017 йылғы премия лауреаттары Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған төйәгендә тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн 12 октябрҙә Күгәрсен районына юллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика