11:02 (UTC+5), 09 Октября 2017

Сыктывкар башҡорттары тәүге Башҡорт мәҙәниәте көндәрен уҙғарыу өсөн грант отто

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 16-18 ноябрҙә Коми Республикаһының Сыктывкар ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр иттеләр.
Сара барышында башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай менән таныштырыу, Башҡортостандан килтерелгән картиналар күргәҙмәһен ойоштороу, артистарҙың сығышы ҡаралған. Унда ижади төркөм, рәссамдар, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнаша.
Сыктывкар ҡалаһында башҡорттарҙың милли-мәҙәни автономияһы урындағы йәмәғәт ойошмаһы быйыл булдырылған, 2017 йылдың 17 майында теркәлгән. Автономия ағзалары «Дуҫтарса мөнәсәбәттәр төбәге» республика конкурсында ҡатнашып, «Сыктывкарҙа башҡорт мәҙәниәте көндәре» коммерцияға ҡарамаған проектын тормошҡа ашырыу өсөн 70 мең һумлыҡ грант отҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика