02:44 (UTC+5), 09 Октября 2017

Өфөлә «Дюймовочка һәм Принц» мюзиклының премьераһы булды

Альберт Заһиров
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Дюймовочка һәм Принц» мюзиклының донъя премьераһы булды. Рус драма театрының репертуары Андерсендың күренекле әкиәтенең мотивтары буйынса сифатлы, сағыу һәм үҙенсәлекле постановка менән байыны.
«Дюймовочка һәм Принц» ғаилә мюзиклы – драматург Карен Кавалеряндың, композитор Ким Брейтбургтың, спектаклдең музыкаль етәксеһе Валерия Брейтбургтың, ҡуйыусы режиссер Анастасия Гриненконың, ҡуйыусы рәссам Сергей Илларионовтың, хореограф Дмитрий Якубовичтың, ут буйынса рәссам Семен Давиденконың яңы ижад емеше.
«Был мюзиклға ололарға ла, балаларға ла барырға мөмкин тип уйлайым. Ул тышҡы яҡтан да, музыка буйынса ла сағыу. Хәрәкәт, музыка, бейеү күп. Өлкәндәргә үҙҙәренең кимәлендә ниндәйҙер социаль типтарҙы һәм хатта үҙҙәренең таныштарын күреп-белеү ҡыҙыҡлы буласаҡ – бында Әрмәнде, Үрмәксе, Һуҡыр сысҡан да бар. Кешеләр ғаиләһе менән килеп ҡарауҙан ҙур ләззәт алыр тип уйлайым», — тип аңлатты спектакль башланыр алдынан «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Ким Брейтбург.
Спектакль төрлө-төрлө жанрҙарҙа ижад ителгән төрлө характерҙағы геройҙарҙың блюздан алып тангоға, рок-н-ролға тиклем иҫ киткес ариялары һәм йырҙары менән хәтерҙә ҡала. Үҙенең геройҙарын тамашасыларҙа заманса ысынбарлыҡ һәм медиа персонаждары менән ассоциация тыуҙырған хәлгә-аллегорияға урынлаштырған спектаклдең режиссеры ла ныҡ тырышып эшләгән.
Төп ролде – Дюймовочканы премьера көнөндә йәш актриса Рената Мортазина башҡарҙы, уға яңы ғына 17 йәш тулды. Тәжрибәһе булмауына ҡарамаҫтан, тәүгә сығыш яһаусы ҡыҙ Принц – Михаил Павлов менән бергә ҡатмарлы ролде матур атҡарып сыҡты. Спектаклдә лайыҡлы актерҙар эше байтаҡ, бөтә актерҙар ҙа күңелдәрен биреп уйнаны: Ҡарлуғас Лилу (Александра Баландина), Ирис (Татьяна Григорьева), Мадди (Сергей Пахомов), Алонзо (Тимур Гарипов), Үрмәксе Пэк (Илья Мясников), Һуҡыр сысҡан (Валерий Гриньков) һәм башҡалар.
Тамашасылар спектаклдән «Беҙгә нимәгә ҡанаттар, әгәр ҙә осмаһаҡ?» тип аҙаҡҡы йырҙы йырлап сыҡты.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика