10:16 (UTC+5), 06 Октябрь 2017

Халыҡ-ара проектта йырсы Айтуған Ғәйзуллинды Башҡортостандың символы тип атанылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт эстрадаһы йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин 31-се «I'm a singer Kazakhstan» каналының халыҡ-ара телепроектында ҡатнашты. Билдәле булыуынса, уны алты илдән өс мең башҡарыусы араһынан һайлап алғандар, һәм ул Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булды.
Ҡаҙағстанда үткән бәйгелә Айтуған «Уралым» йырын заманса аранжировка менән башҡарҙы. Баһалама ағзалары һәм тамашасылар сығышты һоҡланып тыңланы, ә коллегалары хөрмәтләп, Айтуған Башҡортостандың символы булып тора, тине. Жюри вәкилдәре Айтуған йырлаған саҡта тарихтың күҙ алдынан үтеүен, уның оҫталығын билдәләне.
Икенсе турҙың йомғаҡтары буйынса Айтуған иң яҡшы башҡарыусы тип танылды. Йырсы ноябрь-декабрь айҙарында ярымфиналда сығыш яһай.
Үҙенең сығышы алдынан Айтуған тыуған Аҡтау ҡалаһына килеүенә шатланыуын белдерҙе. Сюжетта йырсының ғаиләһе, атаһы — билдәле музыкант, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин хаҡында ентеклерәк һөйләнелә.
«Мин, атайым кеүек үк, балаларымдың эшемде дауам итеүҙәре һәм шундай ҙур сараларҙа сығыш яһауҙары менән ғорурланам. «Уралым» йырының интерпретацияһын бергәләп эшләнек», — тип хәбәр итте Рәмил Ғәйзуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика