05:15 (UTC+5), 06 Октября 2017

Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итә

Георгий Шишкин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың алдынғы ижади коллективы – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры күпләп музыканттар ҡабул итеүен белдерҙе. Конкурс тыңлауҙары бөтә оркестр төркөмдәре өсөн ноябрь айында үтә. Оркестрҙа хәбәр итеүҙәренсә, артистарҙың эш хаҡы 60 мең һумғаса тәшкил итәсәк. Был һуңғы ваҡытта коллективҡа финанслауҙы арттырыу менән бәйле.
Конкурс тыңлауҙары өс турҙа үтәсәк: видеояҙмалар буйынса, яңғыҙ башҡарыу һәм оркестр ҡыйынлыҡтары менән.
Конкурста ҡатнашыуға профессиональ музыканттар-башҡарыусылар, шулай уҡ юғары музыкаль белем биреү йорттарының сығарылыш курс студенттары саҡырыла.
Коллективтың художество етәксеһе Раушан Яҡупов билдәләүенсә, был ябай процедура, ул оркестр штатын булдырырға ярҙам итәсәк.
Быйыл Милли симфоник оркестр 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо йылдарҙа коллектив исемен — «Шәрк» телерадиокомпанияһы оркестрынан Башҡортостан Республикаһының милли оркестрына тиклем, «теркәү урынын» — Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Мәҙәниәт һарайынан, Өфө сәнғәт училищеһының концерт залынан алып «Башҡортостан» дәүләт концерт залына тиклем алмаштырҙы, хәҙер һуңғыһында нигеҙләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика