05:45 (UTC+5), 05 Октябрь 2017

Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә билдәле ҡурайсылар «Ҡурай баттл» алышына сыға. Башҡарыу оҫталығында дүрт пар музыкант көс һынаша. Ишморат Илбәков – Рәсүл Ҡарабулатовҡа, Рушан Биктимеров – Илшат Ишморатовҡа, Морат Йәноҙаҡов – Илнур Хәйруллинға, Илмир Ҡоҙабаев Марсель Сәйетовҡа ҡаршы сығыш яһай. Алышты Өфө эстрада театры ойоштора.
«Был уй күптән килеп тыуҙы. Ниндәйҙер яңы, ғәҙәти булмаған, ҡыҙыҡлы тамаша уйлап сығарырға теләнек, — тине Заһир Ҡотлосурин. — Беҙҙә халыҡ өсөн милли саралар аҙ. Мәҙәни тормошобоҙҙо бер аҙ төрләндерергә кәрәк».
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, алыштың тәүге өлөшөндә музыканттар халыҡ көйҙәрен уйнаясаҡ, икенсеһендә – музыка ҡоралдары оҙатыуында сығыш яһаясаҡ. Бының өсөн Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры һәм баянсы Рэм Гәрәев саҡырылған. Ринг-анонсер ролендә – радиотапшырыуҙар алып барыусыһы Фирҙәт Ғәлиев, рефери – билдәле шоумен һәм пародия оҫтаһы Илсур Тайсин. Проектта Марсель Ҡотоев һәм Азамат Тимеров башҡарыуында ҡурай тураһында йырҙар яңғыраясаҡ, ҡурай оҙатыуында бейеүҙәр буласаҡ, концертты «Һылыуҡай» студияһы биҙәйәсәк.
Ҡурайсыларҙың көҙгө баттлы 27 октябрҙә Конгресс-холда үтә. Ошо формат уңышлы килеп сыҡһа һәм ҡыҙыҡһыныу уятһа, яҙғыһын тағы ла бер шуға оҡшаш турнир ойоштороу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика