12:22 (UTC+5), 04 Октябрь 2017

Радик Юлъяҡшин үҙенең ижадын һөйөүсенең хыялын тормошҡа ашырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин үҙенең ижадын һөйөүсегә ҡунаҡҡа килде. Йырсы әйтеүенсә, Яңы Уренгой ҡалаһында барған концертта Радикка сәскә гөлләмәһе менән бергә записка тапшыралар. Унда оло йәштәге фалиж сирле ҡатындың үҙенең кумирын күрергә хыялланыуы хаҡында яҙылған була.
«Радик, мин һинең турала бөтөнләй белмәй инем. Мин сирле ҡатынды ҡарайым, ул интернет аша һинең ижадың менән таныштырҙы. Һеҙҙе кеше һәм йырсы булараҡ бик оҡшаттым. Ошо ҡатын һеҙҙе күрергә хыяллана, ләкин аҡса яғы наҡыҫ. Ул Хоҙайҙан Уренгойға килеүегеҙҙе үтенеп һораны. Әгәр ҙә килеп сыҡһа, бер минутҡа ғына булһа ла уның эргәһенә инеп сыҡмаҫһығыҙмы икән», — тип яҙған ҡатынды ҡараусы.
Популяр башҡарыусы бындай үтенесте кире ҡаға алмайынса, үҙенең ижадын һөйөүсенең өйөнә килде. Радик ҡатынды үбеп, хәлдәрен һорашты, ә ул, үҙ сиратында, уға һаулыҡ һәм уңыштар теләне. Йырсының ошо ҡылығы фанаттарҙа һоҡланыу уятты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика