01:57 (UTC+5), 04 Октября 2017

Башҡортостандағы Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Минскиҙа Халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле Рәсәй музыканты, Башҡортостанда Владимир Спиваков фонды етәксеһе Артур Нәзиуллин һәм фондтың тәрбиәләнеүселәре Минскиҙағы халыҡ-ара фестивалдә яуаплы сығышҡа әҙерләнә. 9-10 октябрҙә Минск һәм Гродно ҡалаларының концерт майҙансыҡтарында уҙасаҡ «TyzenHouse-2017» классик музыка фестивалендә музыканттар Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.
Программала кларнетсы Артур Нәзиуллин, Белоруссия пианиносыһы Кирилл Кедук, шулай уҡ Өфөнән йәш музыканттар – флейтасы Александр Зайцев, пианиносы Ирина Ғәлиева һәм Белоруссиянан арфасы Анастасия Уварова, пианиносы Владислав Хандогий, скрипкасы Екатерина Блинкова сығыш яһаясаҡ. Солистар Белоруссия музыка уҡыу йорттары студенттары ҡатнашҡан Минск йәштәр камера оркестры оҙатыуында уйнаясаҡ.
«Фестиваль сиктәрендә Белоруссия буйлап минең турым уҙасаҡ: Минск, Гродно һәм Барановичи ҡалаларында концерттар, оҫталыҡ дәрестәре бирәсәкмен. Ә беҙҙең фонд тәрбиәләнеүселәре минең менән бергә Минскиҙа концертта ҡатнаша», — тип хәбәр итте Артур Нәзиуллин.
«TyzenHouse» Белорусь Республикаһының эре мәҙәни сараларҙың береһе булып һанала. Фестиваль билдәле Белоруссия пианиносыһы Кирилл Кедук башланғысы буйынса 2013 йылда ойошторолған һәм йыл һайын Белорусь Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Гродно өлкәһе башҡарма комитеты ярҙамында уҙғарыла. Төрлө йылдарҙа фестиваль сәхнәһендә донъя кимәлендәге музыканттар сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика